Йәмғиәт
3 Февраль 2024, 06:13

Мəскəүгə сəйəхəт

2023 йылдың йомғаҡлау сараһында гимназия хакимиәте өс уҡытыусыға Мәскәүгә сәфәр ҡылыу өсөн сертификаттар бүләк итте.

Мəскəүгə сəйəхəтМəскəүгə сəйəхəт
Мəскəүгə сəйəхəт

Сертификаттарҙың төп маҡсаты бойомға ашырылды ла инде. 23 – 26 ғинуарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы Зиянбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова, математика уҡытыусыһы Ләйсән Вәкил ҡыҙы Зәйнәғәбдиновалар Рәсәй Федерацияһының баш ҡалаһы – Мәскәүҙә булып ҡайттыҡ. Өс көн дауамында барған сәфәрҙә Мәскәү буйлап мауыҡтырғыс экскурсияларҙа, музейҙарҙа булдыҡ. Кремлдә, мавзолейҙа, һаман да Яңы йыл шауҡымы бөтмәгән төп майҙанда уҙғарылған байрамдарҙа ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) биләмәһендәге Халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмә-форумы ла бик оҡшаны. Рәсәйҙең төрлө республикаларынан килгән практик майҙансыҡтар, төрлө реконструкция, моделдәр әҙерләү, эксперименттар яһау, робот техникалары, арт-сәнғәт буйынса һәм башҡа әллә күпме оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары ҡараныҡ һәм ҡайһы берҙәрендә үҙебеҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас