Хәҙер бар ерҙә лә “Айыҡ ауыл”, ППМИ программалары буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылы халҡы ла был сараларҙан ситтә ҡалмай.
Уларҙың уңыштары өсөн оло йәштәгеләр ҙә ҡыуанып, уларҙың еңеүҙәренә үҙ теләктәрен теләп ултыралар. Мәҫәлән, хеҙмәт һөйөүсән, аҡыллы, матур өләсәй Зөләйха Ишмөхәмәтова. Ул 1950 йылда Зәк-Ишмәт ауылына кейәүгә сыға һәм шунан бирле ошо ауылда матур итеп тормош көтә. 94 йәшлек инәй бер ҙә буш ултырырға яратмай. Ул алмаз мозайкалары теҙмәһе менән шөғөлләнә. Бәләкәй генә таштарҙан күҙҙең яуын алырҙай төрлө картиналар йыйған. Күп эштәрен ул туғандарына, таныштарына ла бүләк итә.
- Был эш миңә бик оҡшай. Матурлыҡ ҡына түгел, ә ҡулдарға массаж да ул. Ә ауылымдың “Айыҡ ауыл”, ППМИ тигән конкурстарҙа ҡатнашып, йәшәгән еребеҙҙе данлауҙарына, ниндәйҙер мәртәбәле эштәр ҡыйратыуҙарына ҡыуанып ултырам. Барлыҡ башҡарған эштәре лә уң булһын, - ти Зөләйха Заһиҙулла ҡыҙы.
- Шундай матурлыҡ бүләк иткән инәйгә рәхмәт. Беҙ уға оҙон, тыныс ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ, - ти зәктәр ҙә.