Все новости
Йәмғиәт
6 Февраля , 09:44

Ҡасан яҡтырыр көндәр?

Көндәр оҙоная барһа ла, иртәләр ҡараңғы һаман. 

Ҡасан яҡтырыр көндәр?
Ҡасан яҡтырыр көндәр?
Көн тиҙ генә яҡтырмай.  
Иртәнге ҡала мәж килә, кемдер эшкә, кемдер уҡырға ашыға. Ығы-зығы араһында, ҡабаланып, таныш кеше тап булһа ла күрмәй үтеп китеүең ихтимал.
- Абзый, һаумы.
Туҡтаттылар. Хәрби кейемдә торалар, иғтибарлап ҡарайым, ә хәтер юйылған кеүек, иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Хатта уңайһыҙ булып китте, яҡын итеп өндәшә һалдат, ә һин һиңмай шикелле тораһың.
Һин кем дә, мин кем тип белешкәс, иҫкә төштө. Береһен үҙебеҙ оҙатҡайныҡ та баһа! Мобилизация башланғас та китте. Әле булһа уның автобусҡа, ауыр сумкаһын өҫтөрәп, кереп китеп барғаны хәтерҙә. Ялсыҡай егете, эргәһендәге иптәше Түкәндән. Ялға ҡайтҡандар. Уртаҡ таныштар, уртаҡ темалар тураһында байтаҡ гәпләшеп торолдо. 
- Имен йөрөгөҙ, мырҙалар... - теләк тапалған, әммә ошоноһонан һәйбәтерәге телгә килмәне. Әйтерлеге күп тә ул, ниндәйҙер ҡоршау тотоп тора төҫлө. 
Көндәр ҡасан яҡтыра инде... 
Автор:
Читайте нас: