Все новости
Йәмғиәт
8 Февраля , 09:40

Кире ҡайтырға яҙһын

Беҙҙекеләр тағын яу яланына барып ҡайтты.

Кире ҡайтырға яҙһын
Кире ҡайтырға яҙһын

Егеттәр янына, йөк тейәп, ҡуҙғалыр алдынан беҙгә лә өндәштеләр: әйҙәгеҙ, беҙҙең менән, шәп репортаж булыр. Һайт тигәнгә тайт тип өйрәнгән күңел, давай тип саҡ ысҡындырманы, айыҡ аҡыл үҙенекен итте - редакцияла ике кеше ултырабыҙ ҙа, барһаҡ, эш туҡтай. Башҡа әйтерлеген тапмай, имен йөрөп ҡайтығыҙ, күңелебеҙ беҙҙең һеҙҙең менән тигәйнек.
Бына ҡайтҡандар. Юҡҡа барманығыҙ тиҙәр. Уныһын үҙебеҙ ҙә беләбеҙ ҙә ул, барһаҡ, фронт хәбәрсе булмаһаҡ та, елле генә репортаж сығыр ине. 

...Бөтөн егеттәргә лә тыныс тормош кешеһе, малсы, ташсы, инженер, уҡытыусы... булып, ҡәҙимге, шартлау-атыуҙарһыҙ көндәргә тиҙерәк кире ҡайтырға яҙһын ине.  
Автор:
Читайте нас: