Все новости
Йәмғиәт
12 Февраля , 06:59

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау - 2024” программаһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы әүҙем ҡатнаша

Ауылда тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй, сит-яҡта төпләнгәне лә тыуған төбәген онотмай. Ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә, матурларға, яҡшы эштәр башҡарырға ашҡынып тора.

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау - 2024” программаһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы әүҙем ҡатнаша
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау - 2024” программаһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы әүҙем ҡатнаша

“Йыйылыштар үткәреп, инициатив төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары һәм ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәсет мөслимәләре ҙур теләк менән еңеүгә ҙур өмөттә был сараға бәйле эштә әүҙем ҡатнаша”, - ти Яҡшымбәт ауылы старостаһы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Азат  Ғәлиев.

Ауылда тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй, сит-яҡта төпләнгәне лә тыуған төбәген онотмай. Ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә, матурларға, яҡшы эштәр эшләргә ашҡынып тора. Испанияла йәшәгән Фирүзә Мөҡсин ҡыҙы Абдуллина «Атайсал» проекты сиктәрендә мәҙәниәт һарайы эргәһендә шыршылар ултыртып парк булдырыу өсөн 250 мең һум, республикала берҙән-бер эшләп килгән таштан һалынған «Аҡ мәсет»  ремонты өсөн 400 мең һум аҡса ебәргән. Әлеге көндә мәсет гөрләп эщләп тора. Ауыл имамы етәкселегендә иртәнге һәм киске намаҙҙар, йома намаҙы йәмәғәт менән уҡыла. Унда төрлө дини саралар, дини байрамдар үткәрелә.

Быйыл улар мәңгелек йорт булған зыяраттың кәртәләрен алыштырырға тип ниәт иткән. Эште башҡарыу өсөн проект, смета эшләткән. Киләсәктә лә ауыл заман талаптарына ярашлы алға барыр, һәм күп әһәмиәтле эштәр башҡарылыр тип ниәт итә яҡшымбәттәр.

Автор:
Читайте нас в