Все новости
Йәмғиәт
13 Февраля , 15:52

Бисаралар йәки өйҙәш ир

Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия менән бергә сәфәр ҡылған корреспондентыбыҙ кәйефһеҙ ҡайтты.

Бисаралар йәки өйҙәш ир
Бисаралар йәки өйҙәш ир

- Нимә булды, Морапталда ашатмай ҡайтарҙылармы әллә?Баҡһаң, эш башҡала икән. М. Горький һымаҡ, "На дне" әҫәре яҙырҙай булып ҡайтҡан - аҙна һайын төрлө көлкөгә ҡоролған байрамдар үткәрәбеҙ, эскелек менән шулай көрәшәбеҙ, ә беҙ йырлап йөрөгән арала янда ғына бөтөнләй икенсе тормош та бар икән.

Бер ауылда бер ғаилә йәшәй. Ғаиләлә ике бәлиғ булмаған бала бар. Өйҙәш ир әйләнгән һайын ҡатынды туҡмауҙы һөнәр итеп алған. Бисара бисә туҡмаҡ алған һайын ғариза яҙа икән, бер аҙҙан ғаризаһын кире ала - әллә ирҙе йәлләй (ирҙәргә дефицит заман тиме икән), әллә башҡа сәбәбе бар. Кисә комиссия өйөнә килгәнендә ҡулына, яуырынға тиклем, гипс һалынған. Бинт аша ҡан һыҡрай - врачтар теле менән әйтһәк, открытый перелом. Битенең бер яғы тотошлай күм-күк. Власҡа ҡаршы митингҡа сыҡҡан да, шунда бәргеләгәндәр, әйтерһең. Былай туҡмалыуы, әлбиттә, беренсегә түгел, тәне өйрәнгән. Былтыр ҡул бармаҡтарын һындырған булған өйҙәш ире, аҙыраҡ торғас, аяҡ бармаҡтарын да һындырған (ниңә бармаҡҡа йәбешә икән, был фетишты махсус белгестәр өйрәнергә тейештер). Комиссияға был ғаилә яҡшы таныш, гел киләләр, гел күгәргән йөҙҙө күрәләр. Бисә - бисә инде, ғаризаһын ниңә кире алалыр, бәлки, тормош ошолай булырға тейеш тип тә уйлайҙыр - юҡ-юҡта, ир ошолай тумап торорға тейеш (бьет - значит любит). Ҡырҡ йәшкә лә етмәй ғәрип булып ҡалыу йәки теге яҡҡа китеп барыу тураһында уйламайҙыр. Ике бала бар, улар ҙа башҡа тормошто күрмәгәс, донъя шулайҙыр тип, ҡандарына һеңеп, үҫеп киләләрҙер. Психикаларымы - быныһы кемгә кәрәк. Улай төпкә төшөргә ваҡыт юҡ, байрамдар яһарға кәрәк. Ауылда участковый бар, тик кисә ул булмаған, әллә ҡайҙа йөрөп ҡалған. Уға ла был ғаилә яҡшы таныш, тик ниңә бер нимә лә ҡылмай- аңлашылмай. Ауыл ҙур түгел, ауыл хакимиәтенән тыш, ағинәй, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, тағы әллә ниндәй ойошмалар бар, мәктәп бар. Был ауылда байрамдар шәп үтә, телевизор ҙа үҙҙәрен йыш ҡына күрһәтеп тора. Бейейбеҙ, йырлайбыҙ, араҡыға ҡаршы көрәшәбеҙ. Ошо мәлдә кемдер - бер ҡатын һәм ике бала - был байрамдан ситтә ҡала, бүтән тормошта йәшәй - уларҙа байрам ҡайғыһы юҡ.
 
Автор:
Читайте нас: