Все новости
Йәмғиәт
13 Февраля , 12:14

Яҡшымбәттә бик уңған һәм тырыш кешеләр йәшәй

Төрлө социаль тармаҡта ла, «Искра» ауыл хужалығында ла, шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә, үҙ йорттарында ла гөрләтеп эшләйҙәр, мал – тыуарын, ҡош – ҡортон, баҡсаһын үҫтерәләр. Һәм әлбиттә республикабыҙ тарафынан үткәрелгән төрлө ярыштарҙа, программаларҙа бик актив ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшеп торалар. 

Яҡшымбәттә бик уңған һәм тырыш кешеләр йәшәй
Яҡшымбәттә бик уңған һәм тырыш кешеләр йәшәй

Мәҫәлән, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып трактор һәм уға тағылма ҡоролмалар алдылар. «Айыҡ ауыл 2022» конкурсында ла еңеү яулап, ауылыбыҙҙың инфраструктураһын яҡшырттылар. Әле иһә "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау 2024" программаһында ҡатнашып мәңгелек йортобоҙҙоң кәртәләрен алыштырып яңынан уратырға уйлайбыҙ. Әлбиттә, был эштәрҙе башҡарып сығыр өсөн ҙур сығымдар кәрәк.
Һәр ваҡыттағыса фермер хужалыҡтары, щәхси эшҡыуарҙар был изге ниәткә үҙ өләштәрен индерҙеләр. Әле ауылыбыҙҙа килеп сығып торған төрлө эштәрҙе башҡарыу өсөн электорлы вата торған сүкеш алып бирҙеләр. Ғөмүмән, улар һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Ололар көнөнә бүләктәр алыуҙа, дини байрамдарҙы үткәреүҙә һәм башҡа сараларҙа бик актив ҡатнашалар. Шуның өсөн беҙ ошо тырыш һәм уңған Аллаберҙин Рәмил, Бикмаев Абзал, Бикмаев Вәкил, Бикмаев Камил, Бикмаев Насрулла, Бикмаев Рауил, Бикмаев Румил, Исхаҡов Айрат, Искәндәров Ефрат, Исламғолов Илшат, Хәлитов Венер, Хайбуллин Салауат, Хәлитов Юлай ағайҙарға һәм ҡустыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө һәм эштәре гел алға барыуын ғына теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай ауылыбыҙҙа килеп сығып торған дөйөм эштәрҙә актив һәм ярҙамсыл булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Яҡшымбәт ауылы старостаһы Азат Ғәлиев.

Автор:
Читайте нас: