Ҡатнашмаһа, үҙҙәренең райондағы иң шәп ауыл икәнен белмәҫтәр ҙә ине, бәлки. Зәк-Ишмәт ауылы халҡының "Айыҡ ауыл" конкурсында еңгәне бирле дәрттәре әллә күпмегә артты, ҡайҙа барһа, нимә эшләһә лә уйҙарынан ошо конкурс сыҡмай.
Билдәле, "Айыҡ ауыл"ға бәйле әллә күпме саралар клубтарында, урам буйҙарында үтте, үтә килә. Әммә зәктәр өсөн быныһы ғына аҙ, байрам кәйефе уларҙы өйҙәрендә ғаиләләре менән генә ҡалған мәлдә лә ташлап китмәй. Һәр береһе тиерлек йорттарына плакат алып ҡайтып элеп ҡуйҙы (йылдар үтер, күп нәмә онотолор, әммә был конкурста еңеүҙәре онотолмаҫ, плакаттар оноторға ирек бирмәҫ) һәм нимә эшләһә лә барыһын ошо байрамдарына бағышлап башҡара башланы.
Рәхимова Сәриә апайҙың да күңеле йырлап йөрөгән сағы. Татар көйҙәрен көйләй-көйләй аш-һыу менән булыша, юҡ юҡта "Айыҡ ауыл" плакатына күҙ төшөрөп ала - ғорурлана, уларҙың еңеүе бит ул! Әйткәндәй, Сәриә Сафа ҡыҙы бешергән ризыҡтан беҙҙең дә ауыҙ иткән бар, әле, уға ҡушылып, беҙҙең дә йырлап ултырған мәлебеҙ, шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәсрәттәребеҙ ҙә уртаҡ беҙҙең.