Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 05:32

Күгебеҙ аяҙ булһын

Яманғол ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ өсөн селтәр үреү бик етеҙ бара. 

Күгебеҙ аяҙ булһынКүгебеҙ аяҙ булһын
Күгебеҙ аяҙ булһын

Ялға ҡайтҡанда ошо күренеште күреп ҡыуанып ҡайттыҡ. Барыһы ла был эшкә ихлас ҡушылған. Улар оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар. Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, тырышып эшләйҙәр. Өйҙәге мәшәҡәттәрен тамамлап маскировка селтәрҙәре үреү өсөн ашығалар, улар башҡарған был изге селтәрҙәр һис шикһеҙ яугирҙәребеҙҙе һаҡлар.
Был һуғыштар бөтөп, илдәребеҙгә именлек, донъяларыбыҙға тыныс көндәр килһен. Егеттәребеҙ, балаларыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булһын. Аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәргә насип булһын.
Рима ЮЛБАРСОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас