Итле аштар, әлбиттә, гел тәмле инде, тиерҙәр күптәр. Әммә был яңғылыш ҡараш. Ризыҡтың тәме уны кем бешергәненән дә тора.
Яманһары ҡатын-ҡыҙҙары бешерә икән, тимәк, телдәрҙе йотторғансы итеп бешерә. Ҡулдары тәмле. Яңы ғына, ошо әйткәндәрҙе тағы бер ҡат дәллиләп, улар ҡаҙылыҡ әҙерләп күрһәткән. Ҡунаҡҡа үҙҙәренә ҡаҙармалар килгән. Әлбиттә, Кинйәбай ауылы ҡыҙҙары ла төшөп ҡалған ҡыҙҙар түгел, шулай ҙа Яманһары һылыуҙары эштәрен һоҡланып күҙәтеп, ә аҙаҡ тәмләп тә ҡарағас, былай тигәндәр:
- Һеҙҙең ҡаҙылыҡ бигерәк дан икән! Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, ҡыҙҙар.