Все новости
Йәмғиәт
16 Февраля , 15:51

Шулай булһын!

Күмертауҙың тыуған көнөндә Вахитовтарҙы ла ҡотланылар. 

Шулай булһын!
Шулай булһын!

Вахитовтар тураһында хәҙер белмәгән кеше юҡ.

Был ғаилә хаҡында яҙмағаны ҡалманы. Барыһының да хисе бер - һоҡланыу. Әле лә, Күмертауҙың тыуған көнөндә, Вахитовтарҙы тәбрикләнекләр. Туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләгәнегеҙ, ныҡлы булғанығыҙ өсөн рәхмәт тинеләр. Ҡала башлығы уларға сертификат тапшырҙы. 
"Арҡаланыр атайым бар,
Иркәләнер әсәйем.
Ожмах һандуғасы кеуек
Үҙ илемдә йәшәйем..." 
Ошолай тип йырланы Вахитовтарҙың балалары. Артабан да шулай булһын: атай-әсәй менән ожмахтай илдә йәшәргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: