шуларҙың береһе Илдар Хөрмәт улы Таипов тиһәк, һис хата булмаҫ. Ул үҙенең төп эше балаларға георгафия фәненән сифатлы белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, волонтерлыҡ эшен дә юғары кимәлдә алып бара: ҡайҙа ҡарама ул үҙенең командаһы менән изгелек ҡылып йөрөй: яңғыҙ инәй-бабайҙар, ҡоштар, йортһоҙ эттәр, һ.б... Барыһы ла уларҙың өҫтөндә.
Быларҙан тыш Илдар Хөрмәт улы гимназияның музейын да етәкләп өлгөрә. Музейҙа булған һәр экспонаттың тарихын, кем тарафынан бүләк ителеүен, ул яҡшы белә. Ошо көндәрҙә музейына йәнә бер иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанып йөрөй, шатлығы эсенә һыймаған Илдар ағай, беҙгә лә был ҡиммәтле бүләген күрһәтеп өлгөрҙө.
- Күрегеҙ әле, ағинәйҙәрҙең ҡулдары менән һуғылған балаҫ. Был иҫтәлекле бүләкте ҡалабыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Винера апай Рахмаева бүләк итте. Ул үҙе ошо гимназияла уҡып, уны 1974 йылда уңышлы тамамлаған...
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.