21 февралдә Зәк-Ишмәт ҡунаҡтарҙы йыя. Район яҙмышына битараф булмаған һәр береһе килер был байрамға - Шәмсетдин Зәкиҙе хәтергә алыу сараһы тип атала был байрам. Әлбиттә, шиғырҙар уҡылыр, тарих бәйән ителер, бөтөн иғтибар, һис шикһеҙ, Зәк-Ишмәттең "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡанына йүнәлтелер. Программаһы ҙур ғына, иртәнән кискә тиклем тиһәң дә була, ошо ваҡыт арауығында зәктәр барыһын күрһәтеп, бөтәһен һөйләп бөтөргә тейеш. Мөмкинме был? Юҡ, әлбиттә. Зәк-Ишмәттең һулышын ныҡлып тойор өсөн, бында йәшәмәгәндә лә, бер нисә төн ҡуна ятырға кәрәк.
Саҡырыуҙы беҙ ғәли йәнәптәргә лә ебәрҙеләр. Репортажды шул көндө уҡырһығыҙ.