Все новости
Йәмғиәт
21 Февраля , 16:47

Лайыҡлы үттеләр

 Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сығыусылар араһында бәйге уҙҙы.

Лайыҡлы үттеләр
Лайыҡлы үттеләр

Был сара беренсе тапҡыр үткәрелде. Күркәм сараны ойоштороуҙары, үткәреүҙәре өсөн Рәсәй эске эштәр минситрлығының Көйөргәҙе районы буйынса ветерандар Советы рәйесе Азамат Аманғоловҡа, “Сокол” физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәкселегенә, спортсыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашҡан әүҙем хаҡлы ялдағыларға ла рәхмәттәрем сикһеҙ. Улар төрлө спорт һынауҙарын лайыҡлы үттеләр. Сара барыһына ла оҡшаны, күңелдәре булып таралыштылар.
Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы

Автор:
Читайте нас: