Ул элек ҙур булмаған, бер нисә урамдан торған ауылине, ә хәҙер бик ҙур ауылға әйләнде. Өр яңы өс –дүрт урам барлыҡҡа килде. Балалар баҡсаһы, урта белем биреү мәктәбе, медицина пункты, дарыухана, магазиндар эшләп киләләр. Төп урамдарға асфалть түшәлде.
Ауылыбыҙ географик яҡтан бик матур урында урынлашҡан. Уның көнсығыш сиге буйлап Иҫмаил йылғаһы, ә инде көнбайыш сиге буйлап районыбыҙға исем биргән йәмле Көйөргәҙе йылғаһы аға. Йәйгеһен йылға буйындағы болондарға барһаң инде сәскәләр һәм ҡоштар һайрауына тулған сихри донъяла юғалып, әҫәрләнеп ҡалаһың.
Ошондай матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡаңғалыр инде ауылыбыҙҙан яҡшы эштәре менән билдәле булған бик күп шәхестәр, күренекле кешеләр сыҡҡан. Исеме сит илдәргә ләбилдәле булған офтальмолог, академик Марат Талғат улы Аҙнабаев, Халыҡ артистары Фирҙәт Ғәзиз улы Ғәлиев, бейеүсе Рөстәм Айрат улы Исхаков, артист Искәндәров Таһир Тимерхан улы, артист Сынбулатов Рәсил Йәғәфәр улы һәм башҡалар.
Ауылыбыҙҙа йәшәгән бүтән кешеләр ҙә бик тырыштар һәм уңғандар.Улар ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә, матурларға, яҡшы эштәр эшләргә ашҡынып торалар. Хатта Испанияла йәшәгән Фируза Мөҡсин ҡыҙы Абдуллина «Атайсал» проекты сиктәрендә Мәҙәниәт һарайы эргәһендә шыршылар ултыртып парк булдырыу өсөн 250 мең һум, республикабыҙҙа берҙән – бер эшләп килгән таштан һалынған «Аҡ мәсет»ебеҙ ремонты өсөн 400 мең һум аҡса ебәрҙе. Әлеге көндә мәсетебеҙ гөрләп эщләп тора. Ауылыбыҙ имамы етәкселегендә иртәнге һәм киске намаҙҙар, йома намаҙы йәмәғәт менән уҡылаа. Төрлө дини саралар, дини байрамдар үткәрелә.
Ауылыбыҙҙа Рәмил Ғиниәт улы Мостафин етәкләгән «Искра» колхозы уңышлы эшләп килә. Был хужалыҡта тырыш алдаштарыбыҙ эшләп тормош көтәләр. Хужалыҡ етәкселеге, эшселәре бөтә дөйөм эштәрҙә бик актив ҡатнашалар. Республикабыҙ үткәргән «Айыҡ ауыл» конкурсында 2022 йылда ҡатнашып, ауыл халҡы менән бик күп саралар үткәреп беҙ еңеү яуланыҡ.
Ниһайәт, ауылыбыҙҙың дөйөм йыйылышын үткәргән ваҡытта халыҡ ППМИ 2024 программаһында ҡатнашырға кәрәк тигән фекерҙе хупланы. Маҡсат итеп мәңгелек йортобоҙ булған зыяратыбыҙҙың кәртәләрен алыштырырға тип билдәләнеләр. Был эште башҡарыу өсөн проектын, сметаһын эшләтеп алдыҡ. Тағы ла йыйылыштар үткәреп инициатив төркөм булдырҙыҡ. Ошо программаны хуплап бик күп саралар үткәрҙек. Ауыл халҡы, мәктәп балалары һәм ата – әсәләр, мәҙәниәт эшселәре, мәсетебеҙ мөслимәләре һәм йәмәғәте ҙур теләк менән һәм еңеүгә ҙур өмөт менән был эштә бик акив ҡатнашалар.
Киләсәктә лә ауылыбыҙ заман талаптарына ярашлы алға барыр, һәм күп әһәмиәтле эштәр башҡарылыр тип уйлайбыҙ.
Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев.