Йәмғиәт
24 Февраль 2024, 06:47

Һоҡланып туя алмайым

- Мин был сараға Ҡазан ҡалаһынан килеп еттем.

Һоҡланып туя алмайымҺоҡланып туя алмайым
Һоҡланып туя алмайым
Шәмсетдин Зәкиҙең тыуған ауылында була алыу мөмкинселеге татыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Шәмсетдин Зәки минең тыуған районым Стәрлебаш менән дә бәйле, ул Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килеп ғилем өҫтәгән, шуға күрә, минең өсөн был ҙур ғорурлыҡ. Ошо Зәк-Ишмәт ауылына килеп, уның аяҡ эҙҙәре баҫҡан ергә аяҡ баҫыу, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, ғорурлыҡ. Бөгөнгө байрам тантаналы ла, шул уҡ ваҡытта тарихи ла, беҙ үткәндәребеҙҙе барлайбыҙ, киләсәк быуынға ошо иҫтәлектәрҙе тапшырыу беҙҙең бурыс. Уҡыусыларҙың матур итеп ҡаршы алыуы, татар телендә шиғырҙар һөйләүе, Шәмсетдин Зәкиҙең ижадын белеүе, ныҡ шатландырҙы. Киләсәктә лә үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙҙе онотмайынса, мираҫыбыҙҙы һаҡлап, киләһе быуындарға еткереп тороу, беҙҙең төп бурысыбыҙ. Шул тиклем күркәм сара ойошторғандар, иҫем китеп, һоҡланып туя алмайым. Мине ошо байрамға саҡырғандары өсөн рәхмәт, сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәттәр яуһын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Нуриҙә Шайдулла ҡыҙы Нәсибуллина.
 
Зәк-Ишмәттә үткән "Айыҡ ауыл" байрамынан репортаж тулы вариантта гәзиттең йома һанында баҫылды. 
Автор:
Читайте нас