Йәмғиәт
27 Февраль 2024, 11:40

Күп нимәгә өйрәндем

Ғаиләләребеҙҙә тормош иптәшем дә төпсөк ул, мин дә төпсөк ҡыҙҙары атайымдарҙың, шуға икебеҙ ҙә иркә генә беҙ.

Күп нимәгә өйрәндемКүп нимәгә өйрәндем
Күп нимәгә өйрәндем

Минең ҡәйнәм Әбдрәшитова Нурзиә Зинур ҡыҙы. Ул 1965 йылда Көйөргәҙе районы Аҡһары ауылында тыуып үҫә. 1984 йылда ҡайным менән донъя ҡороп йәшәй башлайҙар. Өс балаға ғүмер биреп, башлы күҙле итәләр.
Ҡәйнәм мине үҙ итеп, нисек бар шулай ҡабул итте. Беренсе көндән үк килен тип өндәшә! Һәр ваҡыт төрлө кәңәштәр биреп, өйрәтеп тора. Миңә, ике ҡыҙына, туғандарына, һылыуҙарына төплө кәңәш бирә ул. Ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы, яғымлы өләсәй, үҙенең тәмлекәстәрен бешереп түҙемһеҙләнеп көтөп ала, оҙатып ҡала. Һәр кемдең байрам табынын биҙәп телде йоторлоҡ сәк-сәктәр, бауырһаҡтар, торттар бешерә. Бар яҡлап та уңған ҡәйнәм был оҫталыҡҡа мине лә өйрәтә. Мин унан күп нимәгә өйрәндем һәм уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Юлиә Әбдрәшитова, Ермолаево ауылы.  

Автор:
Читайте нас