Апайҙар, әлбиттә, программа тормошҡа ашһын тип кенә йөрөмәй.
Ҡансыраның ППМИ-ла ҡатнашҡаны һәйбәт, исмаһам, зыяраттарына ремонт булыр, ә бына һаулыҡ - иң мөһиме. Ҡансыра ауылы апайҙары таяҡҡа тотонған, скандинав таяғына. Ауылдарын бер итеп, урамдарын ҡабат-ҡабат урағандар. Арттарынан бер ир ҙә эйәргән: былар юҡҡа ғына былайтып йөрөмәйҙер, мин дә барайым.