Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 03:22

Бер ҡосаҡ өмөт

Бөгөн, йәғни, 29 февраль, оҙайлы ҡыштың һуңғы көнө.

Бер ҡосаҡ өмөтБер ҡосаҡ өмөт
Бер ҡосаҡ өмөт

Ер өҫтөндә өйөлөп - өйөлөп ҡар ҡатламы ятһа ла яҙҙың килеүе һиҙелә. Һәр миҙгелде яңы өмөттәр, яңы шатлыҡтар менән көтә күңел. Һеҙҙең иғтибарға шиғырҙар шәлкеме.

Бер ҡосаҡ өмөт.
Бер ҡосаҡ өмөт күтәреп
Инәмен яңы яҙға.
Донъя мәшәҡәттәре лә
Туҡтап торһон бер аҙға.
Өмөттәр йәшәүгә дауа,
Күңелдәрҙе дауалай.
Китһен ҡайғы - хәсрәттәре,
Бирешергә ярамай.
Баш осонан осоп үткән
Ҡоштар моңо бит - өмөт.
Яҡшы булһын,-тип юра ла
Сабыр ғына булып көт.
Тәүге тамсылар йырында
Ишет, күпме шатлыҡ бар.
Күрер күҙгә өмөт өҫтәп
Иреп бара ҡалын ҡар...
Кеше һәр саҡ өмөтлөлөр,
Хәйерле булһын көнөм.
Аҡ донъянан өмөт даулап
Таралһын доға - өнөм.
Бер ҡосаҡ өмөт күтәреп
Артылам тау үренә.
Йәшәй - йәшәй төшөнәмен
Йәшәйештең серенә.
Бер ҡосаҡ өмөт, бер ҡосаҡ,
Етерлек, күп тә түгел.
Күбәләк булып талпына
Яҙ тынын һиҙгән күңел.
25 февраль, 2024 йыл.

Яҙ һулышы.
Яҙ һулышы һиҙелә бит
Тамсылар ергә тама.
Китеп барған юл буйынан
Гөрләп ҡар һыуы аға.
Селтәрләнеп аҡ ҡар ирей,
Ҡарайып ер күренә.
Һағындырған илаһи мәл
Күңелдән моң түгелә.
Йырғанаҡтарға ҡушылып
Киләм яҙ йырын йырлап.
Зәңгәр күктән осоп барған
Ҡоштар тауышын тыңлап.
Сылтырап аға ҡар һыуы
Үҙенә юлдар табып.
Тирә - яғымды күҙәтәм
Һоҡланып, хайран ҡалып.
Яҙға ла аяҡ баҫабыҙ
Иҫәнлек кенә булһын.
Күктәргә ҡарап ялбарам,
Донъялар имен торһон!
Март, 2023 йыл.
Фотоһүрәтте үҙем төшөрөп алдым.

Руша СОЛТАНҒОЛОВА, Ермолаево ауылы. 

Автор:
Читайте нас