Ауыл тотҡаһы тиһәк аҙ булыр, ғаиләне илдең тотҡаһы икәнен иҫкә алһаҡ, тап шулай әйтергә кәрәк: ил тотҡалары улар, Кинйә-Абыҙҙыҡы ғына түгел.
Рахманғоловтар ғаиләһе лә бөгөн ярышта ҡатнаша. Ир, ҡатын, улдары.
Фәнис Мансур улы ҡайҙан ваҡыт таба (ауыл башлығы кисен һуң ғына ҡайтып ауһа ла, эше бөтмәй), бер кем белмәй. Быныһы бер, ғаиләне тотҡан кеше ҡатын-ҡыҙ икәнен дә хәтергә төшөрһәк, йорт хужабикәһе иргә терәк-таяныс булмаһа, йөрөр ине былай ил буйлап, ярышта ҡатнашып, хоккей ҡарап.
Ф. Рахманғоловҡа Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Рәхмәт хаты тапшырҙы. Уға ғына түгел, был рәхмәттең әллә күпме өлөшө, әлбиттә, Гөлфиә Рахманғоловаға төбәлгән.