Йәмғиәт
4 Март 2024, 10:37

Иң танһыҡ ҡотлау

Был байрам башҡаларын әллә ҡайҙа, артта ҡалдырып, уҙып китә.

Иң танһыҡ ҡотлауИң танһыҡ ҡотлау
Иң танһыҡ ҡотлау

Ирҙәр байрамы (23 февраль) үтә ныҡ һиҙелмәй үтә лә китә, Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы инде оло туй, ир-ат алдыраны нимә ҡуйып, нимә бирергә белмәй бер була. Гүзәл заттың, ғәзиздәре яуҙа йөрөгәндәрҙең - әсәләр, ҡатындар, ҡыҙ балалар - көткәне тик бер генә: улдары, аталары, ирҙәре иҫән булһын, тиҙерәк ҡайтһын. Башҡа бүләк кәрәкмәй.

Һалдаттар ҡотлау ебәргән. Был ҡотлауҙар беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң танһыҡ ҡотлау. Үҙҙәрегеҙ ҡайтып, ҡәҙерлеләрегеҙҙе ҡосаҡҡа алып, күкрәккә ныҡ итеп ҡыҫып ҡотларға яҙһын. 

Автор:
Читайте нас