Йәмғиәт
12 Март 2024, 11:03

“Ҙур бүләк булды”

Күптән түгел Мәскәү ҡалаһында “Быуындар осрашыуы” тигән күркәм сара үтте. 

“Ҙур бүләк булды”“Ҙур бүләк булды”
“Ҙур бүләк булды”
 Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ойошторған байрамға Күмертау ағинәйҙәре ойошмаһы ла саҡырылды. Ойошма рәйесе Рәйсә Шәрипова, ағзалары Винера Рахмаева, Зимфира Чешейко (Аҙнабаева), Рәхимә Кинйәбаева, Рәмилә Аҙнаева һәм ҡурайсы Ринат Хәйбуллиндар республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһап ҡайттылар. Афариндар!
Рәйсә Шәрипова, Күмертау ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе:
- Үткән йыл аҙағында, миңә яҡташыбыҙ Рәйсә Сырлыбаева Мәскәүҙән шылтыратып, февраль айында үтәсәк сараға Күмертау ҡалаһы ағинәйҙәр ойошмаһын саҡырыуын әйтте. Шулай уҡ юлға киткән барлыҡ сығымдарҙы ла Мәскәү ҡоролтайы үҙ өҫтөнә алыуын хәбәр итеп ҡыуандырҙы. Бындай тәҡдимдән нисек баш тартаһың? Беҙҙең ағинәйҙәребеҙҙең барыһы ла дәртләнешеп риза булдылар. Шулай итеп, күмәкләп, илебеҙҙең баш ҡалаһына сығып киттек. Самолеттан килеп төшкәндә, беҙҙе, Замир Йәмилов тигән егет ҡаршы алды һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә алып барҙы. Унда инде Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы үҙенең тормош иптәше Камил Дилмөхәмәт улы менән көтөп торалар ине. Барыһы ла төштәге кеүек... Беҙҙе бар шарттары ла булған, барлыҡ чиновниктар туҡтаған, 5 йондоҙло отель бүлмәләренә урынлаштырҙылар. Уны күреп иҫебеҙ китте, шул тиклем оҡшаны, беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
Икенсе көндө түңәрәк өҫтәл булды. Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары 2023 йылда эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны һәм 2024 йылға яңы пландар менән таныштырҙы. Сәләмләү һүҙе менән БР-ның РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең вәкиле Ришат Халиҡов сығыш яһаны. Артабан һүҙҙе РФ-ның һәм БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы З.Сәхипова, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф.Ғөбәйҙуллина, Күмертау ҡалаһының Почетлы гражданины Р.Сырлыбаевалар алды.
Сараның икенсе өлөшө банкет залында үтте. Иҫ китмәле концерт булды. Уны ҡурайҙа башҡорт халыҡ гимнын уйнап Ринат Хәйбуллин асты. Барыһы ла оло хөрмәт менән аяғүрә баҫып тыңланылар. Аҙаҡ беҙ сығыш яһаныҡ. Йәүҙәт Усманов көйөнә, Кинйәғәли Абдуллин һүҙенә яҙылған “Ағинәҙәр” йырын йырланыҡ. “Шәл бәйләнем”де шәлдәр менән бейей-бейей башҡарҙыҡ. Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тыуған яҡтарын онотмаһындар тип “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡтарға” йырын да йырланыҡ. Беҙҙең һәр сығышыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмделәр, хатта бергә ҡушылып йырлап, бейеп ултырҙылар. Мәскәүҙәге мәҙәни коллективтар ҙа сығыш яһанылар. Башҡорста спектальдән өҙөктәр, йырҙар, бейеүҙәр барыһы ла юғары кимәлдә булды. Уларҙың көслө, сағыу сығыштарына һоҡланып ултырҙыҡ. Ундағы йәштәрҙең әүҙемлегенә таң ҡалдыҡ. Йәштәр ҡоролтайы шул тиклем шәп эшләйҙәр, афариндар!
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы исеменән һәр беребеҙгә иҫтәлеккә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Шулай уҡ мин Ришат Халиков ҡулынан өҫтәмә Рәхмәт хаты ла алып ҡыуандым. Үҙебеҙ ҙә ҡунаҡҡа буш ҡул барманыҡ. Сәк-сәк, бауырһаҡтар, ҡоймаҡтар, ҡаҙылар алып барҙыҡ. Күстәнәстәр йыйыуҙа беҙгә “Усадьба” кафеһы хужаһы Маһира Әминева ярҙам итте. Уның мәрхәмәтлеге өсөн рәхмәт. Рәйсә Рәхмәт ҡыҙына шәл дә бүләк иттек. Ул үҙе лә беҙҙең һәр беребеҙгә шәхсән бүләктәр әҙерләгән. Ринат Миңлеғәли улы үҙе яһаған ҡурайҙарҙы дүрт кешегә бүләк итте. Ҡыуандылар мәскәүлеләр, рәхмәттәр әйттеләр. Байрам булғас сәй табыны ла булды, унда күгәрсен һөтө генә юҡ тейер инек, уныһы ла булғандыр ул. Шул тиклем бай, һығылып торған өҫтәлдәр күҙҙең яуын алды.
Аҙаҡ Мәскәү буйлап сәйәхәт тә ҡылдыҡ. Илебеҙҙең йөрәге булған Кремлде лә барып күрҙек. Ленин бабайҙы ла ҡараныҡ. Ундағы матурлыҡҡа һоҡланып, рәхәтләнеп ял итеп, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ. Ағинәйҙәрем әле булһа осоп йөрөйҙәр, Мәскәүгә барып рухланыуҙары менән ҡанатланып, тағы ла ҡайҙа барабыҙ, тип дәртләнеп йөрөйҙәр.
Илбеҙҙең баш ҡалаһында үткән мәртәбәле сараға республикабыҙҙың ҡала һәм райондары араһынан тап беҙҙе саҡырыуҙарына шатбыҙ. Самолет менән барыу, йәшәү, ашау кеүек барлыҡ сығымдарҙы ла үҙ өҫтәренә алып йөрөп ҡайтыу һәр кемгә лә эләкмәй. Был беҙҙең өсөн ҙур бүләк булды. Беҙгә ошондай мөмкинселек биргән, беҙҙе ҡыуандырған, оҙаҡ йылдар Күмертау мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеп, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәүсе
Рәйсә Сырлыбаеваға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әлеге көндә Күмертау ағинәйҙәр ойошмаһына ун ағинәй әүҙем йөрөй. Ойошмабыҙ рәйесе булып эшләүемә апрель айында 5 йыл тула. Ҡалала ҡоролтай үткәргән һәр сарала ла ҡатнашабыҙ, ләкин ошо дәүерҙә үҙебеҙҙең тәғәйен генә йыйыла торған бүлмәбеҙ юҡ ине. Үткән йыл, беҙҙең эшебеҙҙе баһалап, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ директоры Шайморат Тимербулатов үҙҙәренә саҡырҙы һәм матур бүлмә бирҙе. Беҙ унда шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә осрашабыҙ, ялға ҡалған балалар менән әүҙем эш алып барабыҙ. Ярҙамы өсөн уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ яуҙа йөрөгәндәргә бейәләй, ойоҡбаштар бәйләйбеҙ, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла йыйып ебәреп торабыҙ. Ошо көндәрҙә селтәр ҙә үрә башларбыҙ тип планлаштырабыҙ. Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәремде Йәүҙәт Усмановҡа ла еткергем килә. Беҙҙең йырҙарға плюсовка яҙып бирә. Уға ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәк тә, бер ваҡытта ла баш тартмай. Ярҙам ҡулын һуҙырға ғына тора. Мәскәүҙә сығыш яһағандағы йырҙарыбыҙға бейеү хәрәкәттәрен Диана Ғөбәйҙуллина һалды, уға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Берәй ергә барырға булһаҡ транспорт мәсьәләһе менән дә ауыр. Тормош иптәшем Фәрит беҙҙе аңлап, үҙенең машинаһы менән алып барып, йөрөтөп ҡайта. Уға ла рәхмәт. Шулай бергә эштәр алып барабыҙ. Ағинәйҙәремде йәй көндәре еләккә, мәтрүшкә йыйырға ла алып барам, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышам. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер ғаилә кеүек ҡайнап йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, үҙемдең ағинәйҙәремде һәм дә барлыҡ гүзәл заттарҙы ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйем. Йөҙҙәренән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен, һәр саҡ мөләйем гүзәл заттар булып ҡалыуҙарын теләйем.
Автор:
Читайте нас