Республиканың, әлбиттә, иң шәп райондарҙың иң шәп ауылдары улар. "Айыҡ ауыл" конкурсында үҙҙәрендә еңеп сыҡҡандар ҙа, башҡалаға юлланғандар - документтар тапшырырға. Теге көн генә
Зәк-Ишмәт ауылы башлығы тиҙҙән Өфөгә барабыҙ тип тора ине, бына гөрләтеп йөрөп тә яталар. Шаулап-йырлап килеүҙәренән үк, үҙҙәрен күреп өлгөрмәһәләр ҙә, танығандар, ана, Көйөргәҙеләр килә. Улар тауыш-тынһыҙ ғына йөрөй белмәҫ.
Кем нисек уйлайҙыр, беҙҙең ҡарашҡа, 14 ауыл араһынан иң шәптәре беҙҙекеләр -зәктәр!