- Дин юлына Аллаһы Тәғәлә үҙе баҫтырҙы, мәсет тупһаһына мин улым донъяға килгәс аяҡ баҫтым. Улыбыҙҙы, мосолман булараҡ, сөннәткә ултырттыҡ. Тормош иптәшем мосолман булғас, балаларыбыҙ ҙа ошо диндә, шуға күрә, миңә лә ошо динде ҡабул итеп, уның турала күберәк өйрәнеп, белергә кәрәк, тип уйланым. Быйыл, тормош иптәшемә эйәреп, Ураҙа тотоуыма икенсе йыл. Былтыр ҙа ифтар үткәрҙек, быйылғы йылда ла, Алла бирһә, 3-сө апрелдә ифтар үткәрергә план тотабыҙ. Ҡайным Яңы Ямаш ауылы хәҙрәте, ул беҙгә белмәгәндәребеҙҙе өйрәтә, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итеп тора...
Екатерина Ниғмәтова тураһында мәҡәлә иртәгә гәзиттә баҫыла, ә бөгөн Екатеринаның тыуған көнө. Беҙ был уңған ҡатынды ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, алдағы көндәрҙә лә һине гел йылмайған килеш кенә күрергә яҙһын.