Йәмғиәт
14 Март 2024, 03:16

Уңған килендәрем

Өс аҡыллы бер туған мырҙаларым, өсөһө лө Себер тарафтарында эшләп йөрөнөләр.

Уңған килендәремУңған килендәрем
Уңған килендәрем

Әхтәм туғаным хаҡлы ялға сыҡты, улар Марат туғаным менән Яҡут ауылында йәшәйҙәр, ә Мөхтәр туғаным ғаиләһе менән Төмәндә йәшәй, Нефтегаз компанияһының генераль директоры вазифаһын башҡара.
Килендәрем өсөһө лә үҙебеҙҙең яҡтыҡы, ике киленем ауылда мырҙаларым менән ҡала тибындағы, барлыҡ уңайлыҡтары булған өйҙәр һалып, матур итеп донъя көтәләр. Һарай тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, Аллаға шөкөр, донъя көтөргә шәптәр, тырыштар.
Оло киленем - Миңзифа, Мәхтәр туғаным менән йәш саҡта уҡ Себергә китеп, бер улға ғүмер бүләк итеп матур ғаилә булып йәшәйҙәр. улдары Марсель нефть институтын тамамлап үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Икенсе киленем - Нурзилә, ул Яҡут ауылынан. Оҙаҡ йылдар Мораптал дауаханаһында эшләне. Әхтәм туғанымды ҡыуандырып өс улға ғүмер бирҙе. Иң ҙур улдары Әхәт Стәрлетамаҡ институтын бөтөрөп, әлеге ваҡытта Себерҙә эшләп йөрөй. Икенсе улдары Денис иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, шулай уҡ Себер тарафтарында эшләп йөрөй, килен менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Бәләкәс улдары Динар шофер булып Себерҙә эшләй.
Өсөнсө киленем - Рәсимә әлеге көндә Яҡут балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй...

Рәүзилә МӘЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас