Йәмғиәт
21 Март 2024, 05:23

Ике туған талаша, атҡа менһә яраша, тиһәләр ҙә...

Һуңғы арала райондың «даны» йыраҡтарға таралды.

Ике туған талаша, атҡа менһә яраша, тиһәләр ҙә...Ике туған талаша, атҡа менһә яраша, тиһәләр ҙә...
Ике туған талаша, атҡа менһә яраша, тиһәләр ҙә...

Яҡшы яҡтан түгел, әлбиттә. Яңыраҡ ҡына Покровка ауылында бер бирле әҙәм кешене үлтереп, уның йөрәген ашаны (үткән һанда яҙылды), бындай ғибрәтте күреп түгел, ишетеп тә белмәгән ябай халыҡ шаңҡып ҡалды. Был хәбәрҙән айнып та өлгөрмәнек, артынан икенсеһе килеп етте - Керәүле –Илюшкин ауылында мырҙаһы абзыһын үлтергән.
Икеһе лә хөкөм ителгән кешеләр булғандар, олорағы бер ай элек кенә иреккә сыҡҡан. Эсеп, күңел асып көн итергә яратҡан туғандар, бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәр. Ыҙғыштары йыш булған. Ауыл башлығы беҙгә әйтеүенсә, ул ағалы-ҡустылыларға үҙенсә кәңәш биреп тә ҡараған: бергә йәшәй алмайһығыҙ ҙа баһа, эш олоға китмәҫ борон, берегеҙ ситкә китегеҙ. Силсәүиттең кәңәшен тотоп өлгөрмәйҙәр, Үткән аҙнала кесе йәштәгеһе ауыл башлығына килә: абзыйым һыуынды, ти.
...Сираттағы эскелек мәлендә сираттағы талаш сыға. 33 йәшлек ир 41 йәшлек бер туғанына өс тапҡыр бысаҡ ҡаҙай. Береһе йөрәк тәңгәленә эләгә. Ағай кеше йән бирә. Әле кеше үлтереүсе ҡулға алынған.

Автор:
Читайте нас