Все новости
Йәмғиәт
28 Марта , 14:16

Файҙаһы ҙур

- Скандинав таяҡтары менән 8 йыл йөрөйөм.

Файҙаһы ҙур
Файҙаһы ҙур

Бер үҙем, рәхәтләнеп, саф һауала йөрөп ҡайтам. Аллаға шөкөр, ҡан баҫымымды үлсәп тә ҡарағаным юҡ. Элек услап дарыуҙар эсә торғайным, йөрәк тә ыҙалата ине, хәҙер үҙемде ныҡ яҡшы тоям, тфү-тфү. 85 йәшем менән барам үҙемде бик тә яҡшы тоям, шулай булғас, был спорт төрөнөң файҙаһы бик күп. Элек һыҙланыуҙарҙан иртән саҡ тороп китә торғайным, хәҙер һикереп килеп баҫам. Мотлаҡ көнөнә ике тапҡыр 2-шәр сәғәт йөрөп киләм. Иртәнге сәғәт 8-ҙә һәм көндөҙгө сәғәт 4-тә сығам. Юлда йөрөйөм, барыһы да тәртиптәме икән тип ауыл урамдарын да ҡарап сығам. Әгәр ҙә, ниндәйҙер сәбәп менән, сыҡмай ҡалһам йоҡлай алмай яфаланам, нимәле етмәгән кеүек тойола. Был таяҡтарҙы миңә ейәнсәрем Әлиә алып ҡайтып бирҙе, рәхмәт уға. 

Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: