Все новости
Йәмғиәт
2 Апреля , 12:06

Яманһары

Венер Йәнбәков. 1974 йыл. 

Яманһары
Яманһары

Салауат - Ермолаевка...
Ауыл бар унан ары.
Ябай бер башҡорт ауылы,
Исеме - Яманһары;
Исеме "яман" булһа ла,
Кешенең ямандары
Юҡ, бында, юҡ бында...
Ҡарамайса оҙон юлға,
Көндәрҙең һалҡынына,
Ҡайтып киләм, түҙмәйенсә
Мәхәббәт ялҡынына;
Ауылға, ҡатыныма,
Улыма - алтыныма.
Туғайҙары - йәшел балаҫ,
Ял итәм тиһәң әгәр,
Баҫыуҙары - тымыҡ диңгеҙ,
Күктәре күҙҙәй зәңгәр.
Йылғалары, һыуы таҙа,
Эсәйем тиһәң әгәр.
Яманһары кешеләре
өҙөлөп һөйгәс ерен,
Йәйен-ҡышын иренмәйсә
Хеҙмәттә түгә тирен.
Шуға күрә хеҙмәт даны
Биҙәй улар ғүмерен...
Салауат - Ермолаевка...
Ауыл бар унан ары.
Ябай бер башҡорт ауылы,
Исеме - Яманһары;
Исеме "яман" булһа ла,
Кешенең ямандары,
Юҡ бында, юҡ бында...

Автор:
Читайте нас: