Йәмғиәт
6 Апрель 2024, 10:37

Мәмбәтҡолға ла кәрәк, Яманһарыға ла

Һабантуйға - ТИРМӘ!

Мәмбәтҡолға ла кәрәк, Яманһарыға лаМәмбәтҡолға ла кәрәк, Яманһарыға ла
Мәмбәтҡолға ла кәрәк, Яманһарыға ла

Юлдаш радиоһы конкурс иғлан иткән. "Башҡортостан тирмәләре" фабрикаһы менән тирмә уйната. Тирмә кемгә кәрәкмәй? Бөтәһенә лә кәрәк. Юғиһә, берәй байрам булдымы, биреп кенә тор инде тип теләнселәй ҙә йөрөйҙәр.

Бөтә мәғлүмәт радио төркөмөндә, ә беҙҙекеләр ауылдары тураһында бына нимә яҙғандар:

Йәмле Көйөргәҙе яҡтарындағы Мәмбәтҡол ауылы бер яҡтан - ғорур тауҙар, ә икенсе яҡтан йәмле Ағиҙел йылғаһы уратып алған хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бында тырыш, аҡыллы, күп һөнәрле, оҫта ҡуллы, рухлы кешеләр йәшәй. Улар эшләй ҙә, ял да итә беләләр. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын һаҡлап, төрлө байрамдар ойошторалар Ағинәйҙәр, апайҙар, еңгәләр уңған бында! Өләсәй- олатайҙар дин нурын тирә- яҡҡа сәсеп, киләсәк йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләй.
Мәмбәтҡол ауылы данлыҡлы Көнгәк тауының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Борондан бында Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе халҡы, яҙғы баҫыу эштәрен тамамлағас, ошо Көнгәк тауында йыйылышып ял иткәндәр, уйындар ойошторғандар. Тимәк, беҙҙең ауыл- боронғо һабантуйҙарҙың тере шаһиты.
Илем, халҡым, киләсәгем, тип йәшәгән мәмбәтҡолдарға тирмә айырыуса ныҡ кәрәк! Бәләкәй генә ябай башҡорт ауылдарын күтәрәйек, ярҙам итәйек! Көйөргәҙе районы Мәмбәтҡол ауылы өсөн лайыҡ ҡуяйыҡ!

 

Көйөргәҙе районының Яманһары ауылы матур Туғыҙтимер һәм Бағырлы йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашкан. Уның тирә яғында тауҙар, елак емешкә бай тугайзар, яландар. Ауылымдың халкы уңған, тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, дәртле. Башҡорт халҡының ғөрөф ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса ҙур эштәр алып барабыҙ. Райондың һабантуйҙарында тирмәләр конкурсында берәүгә лә ал бирмәй, еңеп киләбеҙ. Беҙ ошо тирмәне отһаҡ, бик отошлоһо булыр ине.

Беҙ ҙә һеҙҙең теләктәргә, хыялға ҡушылабыҙ, бөтәгеҙ ҙә тирмәле булһын. 

Автор:
Читайте нас