Йә, нимә тип юлға сыҡтыҡ? Машинанан бер нимә ҡалмай ҙа баһа, ҡойолоп бөтә йә берәй ере аҡтарылып сыға. Керәүле юлы бит ул! Хатта маршрут автобусы ла, асфальт бөткәнсе барҙы ла кире боролдо, беҙгә кабинаһынан ниндәйҙер ишара яһаны, бармағы менән сикә тирәһен бырауланы ахры - алйотмо әллә ул яҡҡа китеп барырға?
Ах та ух килеп барып еттек барыбер. Әммә, ниңә килдек икән тип үкенмәнек - Керәүле-Илюшкин ауылына һалдат ҡайтҡан. Күмертауҙа йәшәһә лә, ошо ауылда аунап үҫкән ир, 43 йәшлек Владимир.
- Йортта ҡатыным, ике балам бар, бәпестәрем бәләкәй әле, береһенә 12, икенсеһенә 7 генә йәш. Егерме йылдан ашыу Себерҙә эшләнем, яуға алып киткәндәрендә лә шунда эштә инем. Повестка килде тигәс тә, ҡайтып еттем, беҙ бармаһаҡ, кем бара? Аҡса өсөн бара тиҙәр тегендә күптәрҙе, быныһы миңә ҡағылмай, Себерҙә лә ике йөҙҙән ҡалмай инем.
Балалар менән осрашыу булды тәүҙә. Уҡытыусылар үҙҙәренең элекке уҡыусыһына бала ҡулдары төшөргән һәм яҙған һүрәттәр менән бер ҡосаҡ хаттарҙы тапшырҙы. Йәнә лә маскет сетка. Беҙ бер кәлимә һүҙ тотҡас, уҡыусыларға ла өндәштеләр: йә, һеҙ ҙә әйтегеҙ. Бер малай алға сыҡты: тиҙерәк һуғыш бөтһөн.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыла.