Наилә апай райондағы дини хәлдәр тураһында әшкәртте, Шамил ағайҙың үҙенең темаһы: Көйөрәҙеләге һаулыҡтары сикләнгән кешеләрҙең әүҙем тормошо хаҡында бәйән итте. Данил Акиловтың темаһы бөтмәҫлек, көнө буйы һөйләп ултыра ала, яуҙа йөрөгән егеттәргә нисек ярҙам итәләр, Айыҡ ауыл конкурсы тураһында ла апаруҡ һөйләп ташланы.
Кемдең нисектер, беҙҙекеләрҙең иртәһе бөгөн үтә хәйерле булды. Әйткәндәй, быға тиклем беҙҙең йәмәғәт гел БСТ тупһаһын тапаһа, бөгөн беренсегә Россия 1-да булдылар. Белеп ҡалдылар, хәҙер гел ошо каналдан ҡайтып керә белмәҫбеҙме икән?