Мөнәжәттәр яҙыр өсөн
Ултырмайым баш ватып.
Күңелемә үҙе килеп керә,
Ултырам мин шуны яҙып.
Мөнәжәт ул бик тәрәндә,
Ята күңел түрендә.
Ул бит ябай шиғыр түгел,
Була ул һәр кемдә лә.
Яҙаһым килә мөнәжәтте,
"Бисмилла" менән башлап.
Ул бит имандың нуры,
Тора ул беҙҙе һаҡлап.
"Иман" тигән изге һүҙҙе,
Бик һаҡ ҡына ҡулланам.
Ялғыш була күрмәһен, тим,
Гонаһтарҙан һаҡланам.
Тәсбих тартып, доға ҡылып,
Тотайыҡ беҙ Ураҙа.
Пәйғәмбәр ҙә риза булһын,
Ярҙам итһен бер Аллаһ.
Ғонаһ нисек була тип,
Һорап ҡуя бик күптәр.
Ябай ғына уның яуабы:
Эшләнгән насар эштәр.
Теләктәрҙе теләгәндә,
Янда булһын фәрештә.
"Амин" тигән доға менән
Ярҙам итә һәр эштә.
Рамаҙан айы - изге ай,
Күптәр табын әҙерләй,
Матур табындар менән,
Ураҙаны шулай ҡәҙерләй.
Саҡырыла Ағинәйҙәр,
Фәҡир, йәтим балалар.
Шуларҙы ихтирам итеп,
Ҙур һауаптар алалар.
Ризыҡтар була хәләлдән,
Һөйләйҙәр вәғәз, яҡшылыҡ.
Бар йолалар ҙа үтәлә,
Динде онотмай халыҡ.
Иң ҡәҙерле, мөбәрәк ай,
Ихлас хөрмәт итәйек.
Үҫкән быуын дауам итһен,
Шуны берҙәм теләйек.
Теләктәрҙең иң ҙурыһы,
Илебеҙ тыныс булһын.
Ҡабул булһын теләгәндәр,
Һауаптар менән тулһын.