Отчет-һайлау йыйылышы буласаҡ. Төшкә тиклем ҡалала, төшкө аштан һуң - районда. Ҙур-ҙур ҡунаҡтар буласаҡ, район-ҡала башлыҡтары була, әлбиттә ("Һаумыһығыҙ" тип бер һүҙ булһа ла әйтәсәктәр, башҡортсалап).
Отчет тигәндә, аҙаҡҡы ваҡытта кем ниндәй эш ҡырған, шул турала бәйән итәсәк. Ниндәй сара үткәргән, ҡайҙа барған, нимә ойошторған. Күмертауҙың был йәһәттән әллә ни ауырлығы юҡ, саралары байтаҡ булды. Ике ҡулға бер эш, китапхана директоры булыу ҙа, әлбиттә, ярҙам итәлер. Ҡул аҫтында инструмент бар, кешеләр бар. Бына район менән бәлә. Отчетты нисек бирер - шунда барып ашап-эсеп ҡайттым типме? Район ҡоролтайы башлығын алмаштырыу - әллә нисә йыл һөйрәлеп килгән проблема. Исмаһам, аҙаҡҡы йылдарҙа бер тапҡыр ғына осрашҡан булһаҡ. Юҡ, Айыҡ ауылдарҙа яңғылыштан осрашабыҙ, ара-тирә Өфөгә алып барһалар, шунда күреп ҡалабыҙ. Был власть өсөн файҙалы, иҫәпкә бар, һанға юҡ кеше менән эшләүе рәхәт, кәрәккәндә сығарҙың, кәрәге бөткәс, кире тығып ҡуйҙың. Рәйестең башы булмаһын, ауыҙы ғына булһын, уныһы ла ашар, йырлар һәм түрәләрҙе маҡтап һөйләр өсөн генә.
Йыйылыштың Һайлау тигән һүҙе бар, тимәк, башлыҡты һайлау ҙа була. Был эш (йыйылышҡа әҙерләнеү) нисек баралыр (ҡаланан шылтыраттылар, әйткәндәй, әҙерләнеп ятабыҙ тинеләр), район тарафынан ләм-мим, бер тауыш юҡ. Йәшерен сара була, әйтерһең. Шулай ҙа, бәлки, һин рәйес булырһың тип, бер кешегә өндәшкәндәр. Имеш, әлеге башлыҡ (рәйес) артабан эшләмәйем тигән. Арыған. Икенсе береһе, был алдаҡ, ул артабан да ҡалырға уйлай тип үҙ фекерен белдерә. Ысынында нисек булыр, кесе йома көнө күрһәтер - йәш, инициативалы, үҙ һүҙе булғаны, бәлки, табылыр, йә булмаһа, артабан да әлегеләй йәшәй бирербеҙ - башһыҙ килеш.