Фронтта кәрәкмәгәне булмай, әммә ылау-ылау тейәнеп китеп барырға ла әмәл юҡ, шуға иң-иң кәрәген генә алырға тырышты. Керәүлеләр селтәр үргән, өйҙән ике балаһы, ҡатыны әҙерләгән төйөнсөк. Һәм хаттар. Яҡташтары, сабый ҡулы яҙған бер ҡосаҡ хаттарҙы ла үҙе менән алып китте. Аңғармаҫтан шулай тип тә уйлағайныҡ: артыҡ йөк итеп хат ташып йөрөгәнсе, күберәк ашарына алһа яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Әле бына видео-фотоларын ебәргәс (егеттәр хаттарҙы уҡып ултыра), төшөндөк: өскөл хаттарҙың яуҙа әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ.
Хаттар, хаттар!..
Дүрт күҙ менән көткән
Кешеләрҙең күңел илсеһе! тип Шағир юҡҡа яҙмаған икән.
Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә ҡайтығыҙ - балаларҙың хаттарҙа теләгән теләктәре ошолай.
Ошо хаттарҙы яҙған балаларҙы, тиҙерәк ҡайтып, ҡосаҡҡа алырға яҙһын ине һеҙгә, атайҙар, ағайҙар, мырҙалар.