Хәйер, нимәһен тиҙәр тибеҙ, үҙебеҙ беләбеҙ, уныһы шулай. Уңды-һулды ҡарап тормай, һүҙ артынан кеҫәгә инмәй, үпкәләтәм тип уйламай, әсе һүҙҙе лә ҡушып, әйтеүе бар. Анау сама ҙур силсәүитте етәкләр өсөн тап шундай кеше кәрәктер ҙә, йыуаш булһаң баҫып китеүҙәре лә бар. Ә ул хатта аҫыуҙарынан да ҡурҡмай. Беҙгә оҡшаған бер сифаты - тура ҡарап һөйләшер кеше. Кәрәк икән, нимәгәлер риза түгел икән, шылтырата. Саҡыра. Әйҙәгеҙ, шуны, быны үҙегеҙ килеп күрегеҙ. Асыҡ етәксе, юғиһә, ябыҡтары күбәйә бара.
Ҡыҫҡаһы, әле Марина Владимировна икенсе урында икән.
Тауыш биреү дауам итә.