Йәмғиәт
16 Апрель 2024, 10:46

Күмертауҙа матур ҡыҙҙар бөткәнме?

"Һылыуҡай" конкурсын көтөп ала алманыҡ. 

Күмертауҙа матур ҡыҙҙар бөткәнме?Күмертауҙа матур ҡыҙҙар бөткәнме?
Күмертауҙа матур ҡыҙҙар бөткәнме?
Ысынында, ҡалала был матурлыҡ конкурсының күптән булғаны юҡ, уның аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан булғанлығы ла онотолған. Бына быйыл, дәртләнеп китеп, үткәрергә тигән ҡарарға килгәйнеләр. 15 апрелгә тиклем заявкалар йыйыла тинеләр. Шуныһы: бәйгелә ҡатнашҡан һәр ҡыҙ 5 мең һум иғәнә (ойоштороу взносы) керетергә тейеш ине. Бөгөн белдек - бер заявка ла килмәгән...
Сәбәп нимәлә? Күмертауҙа сибәр ҡыҙҙар бөткәнме, әллә улар күп булып та, дәрттәре һүнгәнме, йә булмаһа, 5 мең һум бирегеҙ тигәне өркөткәнме (бәйгелә башлыса кем ҡатнаша - БРГИ ла РПЛИ, ауыл балалары, ата-әсәһе биреп ебәргән аҡсанан матурлыҡҡа арттыра алмағандарҙыр). 
Фотола: конкурстың афишаһы бигерәк матур ине, матур ҡыҙҙарҙы сәхнәләрҙә генә күрергә яҙмаған. 
Автор:
Читайте нас