Йәмғиәт
17 Апрель 2024, 07:27

Ҡайтып иҫер

Яу барған ерҙәрҙә сирен сәскә атҡан.

Ҡайтып иҫерҠайтып иҫер
Ҡайтып иҫер
Муйыл да ҡотороп сәскәләп ултыра, ти. Теге ерҙәрҙә яҙ иртәрәк килә. Әле һалдатыбыҙ сирен ҡыуағы янында төшөп, фотоһын ебәргән. Һағыналыр. Сирен дә, муйыл да тыуған ил еҫен әйткән ағастар, кем генә, уларҙы еҫкәп, иҫермәгән дә кем генә был сәскәләрҙе һөйгәненә бүләк итмәгән? Ҡалала ҡыйбат хаҡҡа һатып алынған, әллә ҡайҙарҙан алып килтерелгән гөлдәргә ҡарағанда ла ҡәҙерле улар. 
Үҙ илеңдә үҫкән сирен сәскәләрен ҡайтып, еҫкәп, иҫерергә яҙһын һиңә, Илдар. 
Автор:
Читайте нас