Все новости
Йәмғиәт
17 Апреля , 12:35

Йәштәрһеҙ Йәштәр урамы

Был урамдың исеме шулай.

Йәштәрһеҙ Йәштәр урамы
Йәштәрһеҙ Йәштәр урамы

Йәштәр урамы. Заманса. Элек исеме икенсе ине. Күпте күргән боронғо урам тип әйтергә була. Уның буйлап әллә нисә быуын бала-саға йүгереште, төрлөһө төрлө аяҡ кейемендә (ғаилә хәленә ҡарап), ялан аяҡ саптырғаны ла байтаҡ булды. Ошо урам буйлап ауыл көтөүе ҡайта торғайны, ул саҡта мал күп, саң туҙҙырып, һыйыр, һарыҡ үтеп киткәнсе әллә күпме ваҡыт үтер ине. Кистәрен, ҡай саҡ көндөҙ ҙә, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәләрҙә инәй-апайҙар ултырыр ине. Улар янынан үтеп китеүе әллә ҡалай булыр ине - хәс сират күпере аша үтәһең, барыһын тикшереп, үҙ баһаһын биреп, мисәттәрен баҫып ултыралар кеүек тойола ине. 

Бушап ҡалған әле был урам. Йәштәр урамы. Йәштәрһеҙ йәштәр урамы. 
Мәҡәлә киләһе һанда донъя күрә, әммә ул урамға бәйле булмаясаҡ. 
Автор:
Читайте нас: