Йәмғиәт
18 Апреля 2024, 07:29

Түҙемлек һәм аҡса

Яҡшымбәт балалары ағай-апайҙарына ҡунаҡҡа барған.

Түҙемлек һәм аҡсаТүҙемлек һәм аҡса
Түҙемлек һәм аҡса
Атап әйткәндә, силсәүиттең хәлен белергә. Бала кешене беҙ гел уйнап-йүгереп, күңел асып, уҡыуында ғына булып йәшәй тип уйлап күнеккән. Яҡшымбәт уҡыусыларының белергә теләгәне күп, шуларҙың береһе - ауыл хакимиәтендә ултырған ағай-апайҙар көнө буйы нимә менән шөғөлләнә икән тигән һорауға яуап алыу. Юғиһә, иртән эшкә килгәндәрен, кисен ҡайтып барғандарын, машинаға ултырып әллә ҡайҙа сығып киткәндәрен, интернеттағы фотоларын күрәләр, ә ысынында нимә эшләйҙәр, елегенә тиклем төшкәндәре юҡ ине. Бөгөн төшкәндәр. Силсәүит балаларға ваҡыт, хәл еткәнсә, эштәренең асылын аңлатырға тырышҡан, балалар - аҡыллы, күп нимәгә төшөнгән. 
- Эшегеҙ бик еңелдән түгел икән, түҙемлек һеҙгә һәм күберәк аҡса, - тип теләгән уҡыусылар. 
Автор:
Читайте нас