Күмертауҙа ла, район үҙәгендә лә үткән йыйылышта ошо мәсьәлә буйынса ығы-зығыны күреп, беҙ, бындайҙан алыҫ торғандар, иҫебеҙ китте. Ҡоролтай ноябрь айында буласаҡ, ҡара көҙҙә, ә бына делегаттарҙы әле үк һайлап (билдәләп) ҡуйырға кәрәк. Мин барам да мин барам тип тартҡылашыуҙарын ситтән ҡарап тороуы мәҙәк күренде, унда барып, мөһим һорауҙар күтәрәләрҙер, бәлки, һеҙ шуны-шуны дөрөҫ эшләмәйһегеҙ, бына былайыраҡ эшләргә кәрәк, тип тос-тос фекерҙәр әйтерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр керетерҙәр, милләт проблемаларын асып һалырҙар (һеҙ, өҫтә генә йөрөп, күрмәйһегеҙ, беҙ күрәбеҙ).... Бәлки, шулай булыр ҙа. Ҡоролтай үткән һайын, милләттең хәле яҡшыра бара, башҡорт теленә дәрестәр өҫтәйҙәр, ауылға иғтибар көсәйә (милләт нигеҙе - ауыл), халыҡ һаны үҫә, телде белеүселәр арта.... Бәлки, шулай булалыр ҙа.
Рәшит ағайҙың бер мәҙәге иҫкә төштө. Һүҙмә-һүҙ иҫтә ҡалмаған, китапханала, ҡыҙғанысҡа, Р. Солтангәрәевтың тап ошо лаҡабын, эҙләһәк тә, табып булманы.
...Бер яҙыусыны, көсләп, ҡайҙалыр делегат итеп ебәрәләр. Өс көн буйы йөрөп ҡайта был. Ҡайтҡас, зарланып, былай ти:
- Өс көнөм бушҡа үтте, лутсы китап яҙып ултырһам...
- Ярар, борсолма, уның ҡарауы, үлеп китһәң, некрологыңа "ул шунда-шунда делегат булып һайланғайны" тип яҙып ҡуялар.
- Яҙалармы икән? - был тынысланды.