Йәмғиәт
22 Апрель 2024, 12:03

Олатайым самурай булған

Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейын да бөгөн бүләкләнеләр.

Олатайым самурай булғанОлатайым самурай булған
Олатайым самурай булған
Яуҙан ҡайтҡан пилотһыҙ оса торған аппараттың ҡанатын алып ҡайтып бирҙеләр. Музей директоры А. Глущенко беҙҙе әллә ҡайҙан күреп һөйөнсөләне - бына ҡарағыҙ, ниндәй экспонат! 
Ҡанатҡа яҡташтарыбыҙҙың ҡушаматтары теҙелгән. Башкир, Интеллигент, Самурай, Бурый, Латыш. Был егеттәрҙең бөтәһен дә беләбеҙ, кемеһе Башкир, кемеһе Самурай, Интеллигент.
Әллә нисә йылдар үткәс, ейәндәр музейға сәйәхәткә килһә, әйтерҙәр: Самурай ул минең олатайым булған. 
Автор:
Читайте нас