Все новости
Йәмғиәт
25 Апреля , 17:06

Даны ни тора!

Уларға ҙур сумма эләкмәне.

Даны ни тора!
Даны ни тора!
Нисәмә айҙар тырыштылар, үткәрмәгән сараһы, байрамы ҡалманы ла, буғай, һәммә ерҙән ҡунаҡтар килде, һоҡланып ҡайтып киттеләр: Зәк-Ишмәт эшләй ҙә ял итә лә белә!
Ҡалайтаһың, һөҙөмтәһе ана ҡалайыраҡ килеп сыҡты - миллион һумдарға өлгәшеп булманы (Көйөргәҙе бер түгел, өс тапҡыр ҙур сумма алды, ҡапҡан һайын ҡалъя булмаһын быларға тинеләрме, зәктәрҙең башҡаларҙан ҡалышҡан ере юҡ ине, юғиһә). Нисек булһа ла, Финалға сыҡҡан ауыл улар. Ике йөҙ мең һум барыбер кеҫәләрендә. Ауыл өсөн был да ҙур аҡса, ярҙам. Аҡсаһынан бигерәк, даны ни тора! Хәҙер Зәк-Ишмәтте белмәгән кеше ҡалманы, матур тәбиғәте, күркәм йорттары, һәйбәт эштәре, барыһынан алда, әлбиттә, уңған кешеләре менән данға күмелде. 
Автор:
Читайте нас: