Все новости
Йәмғиәт
26 Апреля , 11:39

Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөндә өҫтәмә маршруттар теҙмәһе

2024 йылдың 28 апрелендә Башҡортостанда - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был көндә республика халҡын мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен һәм таҡтаташтарын йыйыштырырға, төҙөкләндерергә саҡыралар.

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ҡала зыяраттарына тиклем өҫтәмә транспорт маршруттары ойоштороласаҡ. Өҫтәмә транспорт 2024 йылдың 14 майында, ата-әсәләр көнөндә лә йөрөйәсәк

Иҫкә алыу көнөн күсереү тураһындағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы: vk.cc/cwo6Wt.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: