Все новости
Йәмғиәт
26 Апреля , 15:19

Рәйес, методист, миҙалдар

Район ҡоролтайы теге саҡ уҡ, һөйләшере бөтмәне, тигәндәй, йәнә бер ҡат осрашырға ҡарар иткәйне.

Рәйес, методист, миҙалдар
Рәйес, методист, миҙалдар

Хакимиәттең ултырыштар залына бөгөн халыҡ теге саҡтағына ҡарағанда аҙыраҡ килде, әммә тауышы үткәнендәге йыйылыш менән сағыштырғанда әллә күпмегә нығыраҡ яңғыраны.
Президиум артында ултырғандарҙың, тиҙ-тиҙ генә үткәрергә лә оноторға тигән ниәте булғандыр, моғайын. Әммә...
Башы һин дә мин башланды.
- Ун биш кеше ҡоролтай президиумы ағзалары була, ҡалғандар ябай ағзалар. Бына исемлек (уҡып ишеттерҙеләр), йә кем за?
Килгән халыҡтың да әллә ни энтузиазмы юҡ һымаҡ ине, ваҡыт тар, тиҙ генә ҡулды күтәрергә лә ҡайтып китергә. Өндәшмәҫкә, һыйырҙың дулап ҡасан тәртә емергәне бар?
- Көтөп тороғоҙ, президиум ағзалары исемлеген кем төҙөгән, тоттоғоҙ ҙа бына шулар тинегеҙ.
- ...
- Хәҙер бөтәбеҙ ҙә, барыһы менән дә риза тип, ҡулдарҙы өҫкә һонабыҙ ҙа, ҡайтып китәбеҙ һәм, артабан, Ҡоролтай ошолай уҡ хәлдә ҡаласаҡмы? Ҡоролтай эшләмәй ҙә баһа...
- Дүртме, бишме йыл эсендә ҡоролтай быйыл беренсегә йыйылды. Быға тиклем бер тапҡыр ғына ултырыш һымаҡ нәмә үтте, уныһы ла онлайн. Ун минутлыҡ булды ул сара. Мөһим һорау күтәреләме тип көтөп ултырһаҡ, Ю. Ишмөхәмәтовты райондың Почетлы гражданины итергә тигән тәҡдим өсөн тауыш кәрәк икән.
- Икәүләп эйәртенешеп тик йөрөйһөгөҙ ҙә баһа, ҡайҙалыр барып, фотоға төштөгөҙ, ҡайттығыҙ, бына ошо бар ҡоролтайҙың эше.
- "Батыр" балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө юҡ, элек бар ине, элек унда хатта башҡортса Яңы йылдар кисәһе үткәрә инек. Ҡоролтай ошоларҙы иғтибарға алмай, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа сәй эсеп тик йөрөй.
- Мәғариф бүлегендә нисәмә ваҡыт башҡорт теле методисы юҡ, башҡорт теле уҡытыусылары һәр кем үҙенсә, тырым-тырағай йәшәп ята. Әле лә ҡоролтай эсендә бер башҡорт теле уҡытыусыһы юҡ. Беҙҙе оноттолар бөтөнләй. Анауы, К. Арыҫланов миҙалын бер уҡытыусыға ла бирмәнегеҙ. Ниңә ул миҙалды һәр береһенә тағаһығыҙ ул, награданың ҡәҙере бөтә лә улайтҡас.
- Элек тел комиссияһы эшләй ине. Йыш ҡына төрлө алтаҡталарҙы тикшерҙек, хаталар муйындан бит. Әле был комиссия юҡ. Күрәһегеҙ ҙә, магазин-кибеттәрҙең генә түгел, йылға-күл исемдәре лә мыҫҡыл итеп яҙылған. Кадрҙар тигәндән. Бер методист бәләһе генәме ни беҙҙә, мәҙәниәтте ҡарағыҙ, унда беҙҙең халыҡ ҡалманы ла.
Тауыш көсәйгәндән-көсәйҙе. Кемдер теләһә нишләгеҙ ҙә тигән ҡиәфәт менән ултыра бирҙе - нервыларым мөһимерәк. Район башлығы ла "ҡайҙа килеп эләктем" тигән йөҙ менән ләм-мим өн сығарманы. Аҙаҡтаныраҡ "Минең ВКС башлана" тип сығып китте.
Эште олоға ебәрмәй, тауыш-тынһыҙ үткәрергә ниәтләнгән башлыҡтың урынбаҫары Д. Акилов ниңәлер ҡыҙҙы ла китте, ҡоролтайҙа күтәрелгән бар мәсьәләләр - мәҙәниәт, мәғариф  - уның етәкселегендә, шуныһы зитына тейҙеме, яңыраҡ ҡына Өфөнән шәп муниципаль хеҙмәтҡәр тигән исем биреп ҡайтарҙылар, ә былар, ауыл кешеләре, уның авторитетын шик аҫтына ҡуя. Һүҙ алам тигән (ошоға тиклем кем теләй, шул һөйләне) Тамара Малбаеваның ауыҙын ябырға итте:
- Все, Тамара Рашитовна, вам никто слово не давал!
Утҡа кеше кәрәсин һибәме?
- Ҡоролтай был, халыҡ йыйыны. Имею право! Һин кем әле мине тыйырға? Иң кесе балам һинең йәшеңдә, олоно оло итә бел.... Тәҡдим: ҡоролтайға башҡорт теле уҡытыусыларын керетергә. Руша Солтанғолова, Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова, ә рәйес итеп, ана, Ирина Ибраһимованы тәҡдим итәм. 

Ирина Ринат ҡыҙы, миңә теймәһәләр генә ярар ине тип ултырған кеше, уңайһыҙланды кеүек, ас тамағым - тыныс ҡолағым.

- Мин самоотвод алам.

- Мин дә үҙемде ҡоролтайҙан алам да урынымды Гөлназ Әҙеһәмоваға бирәм, ул булһын, файҙаһы күберәк булыр. Әйҙә, уны ҡоролтай рәйесе итәйек. 
- Туҡтағыҙ, мин рәйеслеккә йәбешеп ятмайым, бөгөндән китә алам. Эш икенселә: райондың ысын хужаһы ҡайҡансы ултырып тор тинеләр. Ул ҡайтты - мин киттем, - Юлай Ишмөхәмәтов суд залындағы ғәйепләнеүсе ролендә.
- Юҡ, иптәш, улай булмай, барыһы ла рәхәт булһын һиңә, ала торғанын алып бөттөң, күкрәгең тулы миҙал да орден, бына шул наградаларҙы отработать итергә кәрәк. Ултыр әле, эшлә. 
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: