Йәмғиәт
1 Май 2024, 04:20

Йәшәйбеҙ әле!

- Анауы тау башына ауылдың исемен яҙып ҡуйҙыҡ.

Йәшәйбеҙ әле!Йәшәйбеҙ әле!
Йәшәйбеҙ әле!
Молокан ауылы старостаһы Рәшит ҡусты Вәлитов шулай тип белдерҙе. Ауыл исемен ҡайҙалыр, бөтәһенә лә күренеп торған ерҙә, үрҙә, яҙып ҡуйыу күптән килгән йола, нимәһе бар инде бының тип, тәүге мәлдә аптыраған инек. Староста төшөндөрҙө:
- Ауыл бөтөп бара ти кемдер, беҙ ошо яҙыу менән, берҙән, Молоканаға булған һөйөүҙе күрһәтәбеҙ, икенсенән, үтеп киткән һәр береһе был яҙыуҙы күрәсәк һәм әйтәсәк: Молоканда тормош гөрләй икән! Әйткәндәй, был яҙыуҙы йәштәр үҙҙәре яҙҙы. Ауылда йәштәр бар, тимәк, киләсәгебеҙ бар. 
Автор:
Читайте нас