Йәмғиәт
1 Май 2024, 09:47

Яңы Юлым

Марат Исхаков, Яңы Юл ауылы:

Яңы ЮлымЯңы Юлым
Яңы Юлым

Көйөргәҙе буйына һыйынып
Урын алған Яңы Юлым.
Ғүмерем буйы ғашиҡ булған
Тыуған, үҫкән минең ауылым.

Юҡ янында ғорур ҡаялар,
Ятмай йәйрәп йәшел урманы.
Тик ауылымда табам йәмде
Бер елдереп үтеп урамын.

Һәр йортоңда кешеләре
Минең яҡын күңелгә,
Ерҙе ошо данлар өсөн
Хеҙмәттәрелер күпме түгелгән.

Көйөргәҙеһе аға тыныс ҡына,
Ярында үҫә ҡамыш, тирәк.
Яҙын ташып, боҙо китеүен
Оҙатып ҡалыуы матур бигерәк.

Ауылымдың утын һүндермәй
Ҡайнаһын бында тормош.
Иҫһә әгәр, әсе елдәр
Урап ситкә алһын боролош.

Автор:
Читайте нас