- Нимә булды, ҡайҙа йәрәхәтләндең?
- Яңы ғына ҡайтып төштөк. Питерҙан. Исаакий Соборының коллонадаһына атлап менергә иттем, бына һөҙөмтә.
Баҡһаң, ялдарында улар Санкт-Петербургҡа барған икән, шунан туранан-тура райондағы Май байрамына килеп төшкәндәр. Тәъҫораттары хаттин ашҡан: бына был, исмаһам, ҡала! Икенсе башҡалала ниндәй матурлыҡ, тарихи урын бар, бөтәһен дә айҡап сыҡҡандар, хатта зыяратҡа барғандар, Цойҙың (үҙе уның йырҙарын йырлап үҫкән егет) һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең ҡәберенә баш эйергә. Бер аҙ көнләшһәк тә (йәшәй ҙә инде ҡайһы берҙәр), улар өсөн шатландыҡ: эш кешеһе ял итә белергә лә тейеш!