Все новости
Йәмғиәт
7 Мая , 08:35

Эх, һеҙ, еңгәләр!

Еңгәләр көнө булды,- тип әйтһәм яңылышмаҫмын.

Эх, һеҙ, еңгәләр!
Эх, һеҙ, еңгәләр!

Күмертау ҡалаһындағы Дом быта майҙансығында сәскә һатыу ойошторолған, шунда зыяратҡа сәскәләр алайым тип Рамаҙан улым менән туҡтаған инек, бер түгел, ике еңгәмде осраттыҡ.
Бына бит исмаһам реаль осрашыу, атыу тик интернет селтәрендә генә алан-йолан лайктар ҡуйышып, һирәк-мирәк кенә яҙыша инек.

Еңгәләрем күп, Аллаға шөкөр. Шулай булмай, мәрхүм әсәйемдең 4 ҡустыһы бар ине, улай ғына ла түгел беҙҙең ғаиләлә шартлап торған 5 малай үҫтергән дә ҡыҙ табырға онотҡан бит әнейем) Шулайҙа, ошо малай-шалай араһында иң кесеһе булмаһам да, хөрмәтлеһемен. Ағайымдарҙы белмәйем (уларҙың ҡайһы берҙәре мәрхүм инде...), ну еңгәләрем ныҡ уважать итә – яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Бөгөн дә шулай булды.
Рәхмәт һеҙгә, Фәриҙә һәм Гөлназ еңгәләр.
Уларҙы ҡалала һәм районда белмәгән кеше юҡтыр. Сөнки, Фәриҙә еңгә, хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡансура ер-аҫты газ һаҡлағысы станцияһында алыштырғыһыҙ шеф-повар вазифаһында эшләне, Гөлназ еңгә бар тирә-яҡҡа намыҫлы хеҙмәте менән Күмертау ҡалаһының иң көслө уҡытыусыһы булараҡ билдәле.

Ағайҙарым Радис һәм Раян күптән инде мәрхүм булһалар ҙа, мин һаман еңгәләр араһында. Имен-аман булайыҡ, алдағы көндәрҙә лә ошондай матур осрашыуҙар булып торһон!

Рөстәм Баянов. 

Автор:
Читайте нас: