Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия- интернатында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләү айҡанлы директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе "Беренсе хәрәкәт" дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенә ингән 8-се а, б, 11-се класс уҡыусылары менән берлектә “Батырҙарға ҡарап тыуған илеңде һөйөргә өйрән” исемле "Батырлыҡ дәресе" үткәрҙе.
Маҡсат:
-Ватан тарихының героик һәм фажиғәле биттәрен таныштырыу;
-йәш быуында һуғыш һәм тыл ветерандарының, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығына ҡарата ихтирамын, ғорурлығын тәрбиәләү, һәләк булған геройҙарҙың исемен мәңгелләштереү мөһимлеген аңлатыу
- йәштәрҙә Ватанды һаҡлауға әҙерлекте формалаштырыуға булышлыҡ итеү.
Батырлыҡ дәресенә ҡәҙерле ҡунаҡтар: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Илшат Ринат улы Шәһиҙуллин һәм өс бала әсәһе, Украинала махсус хәрби операцияла ике йыл хеҙмәт иткән Дементьев Алексей Петровичтың тормош иптәше, уҡыусыбыҙҙың әсәһе Гөлназ Фирғәт ҡыҙы саҡырылғайны. Балалар хөрмәтләп ҡунаҡтарҙы аяҡ өҫтө тороп, алҡышлап ҡаршы алды.
9 май – бөйөк Еңеү байрамы. Радио тулҡындары аша тапшырылған Левитандың тауышы менән, СССР халҡы бөйөк Еңеүҙе дәррәү ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Балалар ҙа дикторҙың тауышын ишетеп, Еңеүҙең ниндәй көсөргәнешле, ауыр бирелгәнен аңланы. Халҡыбыҙҙың йылдар аша ниндәй һынауҙар- һуғыштар күреүен, күпме яугир батыр һалдаттарыбыҙҙың һәләк булыуын, тол ҡатын- ҡыҙҙарҙың зарын ишеткәндәй булды. Осрашыуҙа Илшат Ринат улы махсус хәрби операцияла булған, үҙе кисергән ваҡытты тетрәндергес итеп һөйләне. Гөлназ Фирғәт ҡыҙы ла ир-егеттәребеҙҙең махсус хәрби операцияға юлланыуҙары тураһында әсенеп һөйләне. "Әгәр ҙә беҙҙе ир-егеттәребеҙ һаҡламай икән, беҙҙең балаларға ла подвалдарҙа ултырырға тура киләсәк", - тине ул әрнеп.
Рәсәй иле ул – Урал иле. Ата-бабаларыбыҙ ошо изге тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе, миллләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн быуаттар буйына ҡан ҡойҙо. Йыр-моңдарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы һаҡлап, үҫтереп, халҡыбыҙ бөгөн тыныслыҡта йәшәргә тырыша. Тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн иреклек яулап Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған меңдәрсә батырҙар алдында бөгөн Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ғәфиәт Арыҫланов батырҙарыбыҙ быуындары ла үҙ вәғәҙәләренә тоғро булып илебеҙ именлеген һаҡлай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла хәрби хәүеф күп, шуға күрә тыныс хеҙмәтсәндәр менән бер рәттән илебеҙгә Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн яугирҙар кәрәк. Ошо эстәлекле осрашыуҙа һәр бер баланың күңеленә яугир ата-бабаларыбыҙ, ветерандарыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ осҡоно тағы ла балҡығандыр тигән уйҙа ҡалдыҡ. Сөнки "Бөгөндән әрме сафына барырға теләүселәр бармы?"- тигән һорауға , 90 % үҫмерәҙәр барырға теләктәрен белдерҙеләр. Ә беҙ, дуҫтар, һеҙҙе бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! Донъяларыбыҙҙың тыныс, ғаиләләребеҙҙең имен булыуын теләйбеҙ!
Йәмилә Рамаҙанова.