Ҡоролтай ултырышында булмағандар, йыйылыштан сығып өлгөҙөкмө-юҡмы, шылтыратып-яҙып ошолай һорау яуҙырҙылар.
Теге саҡ булғанында, эйе, тауыш ярайһы ғына сыҡҡайны, күптән осрашҡан юҡ, эстә күп нәмә йыйылған, быныһы ла тәьҫир иткәндер.
...Өфөнән килгәндәр, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина һәм беҙҙең Рөстәм Баянов. Тәүҙә, улар килеп төшкәс тә, хи хи ла ха ха мәғәнәһендә Сәләм, Рөстәм, тигән ише һаулыҡ һораштыҡ, аҙаҡ үҙебеҙҙе үҙебеҙ әрләп бер булдыҡ (алтылағы - алтышта, ағас телдәр) - өҫтәл артына үтеп ултырып, Рөстәм Сәлим улы алдындағы табличкаға күҙ төшкәс, арҡа турайҙы, йөҙ етдиләнде - Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыла.